top of page



Персональный сайт учителя башкирского языка МАДОУ детский сад "Уралочка"
Булгаировой Гаухар Минниахатовны
Башҡорт теле уҡытыусыһы
Болғаирова Гәүһәр Миннәхәт ҡыҙының шәхси сайты










Был йыйынтыҡта балалар ө сөн яҙған
шиғырҙарым тупланған

Аш - һыу тураһында
Бойҙайҙы тартып тирмәндә,
Әсәй талҡан эшләне.
Үҙе тәмле,туҡлыҡлы
Бына тигән көс бирҙе.
Ит тултырып эсәккә,
Эшләнек әле ҡаҙы.
Уның бер тәмен белһәң,
Ашайһың килер, тағы.
Бишбармаҡһыҙ,аш буламы тиеп,
Ҡырҡтыҡ беҙ бөгөн һалма.
Әйҙә,дуҫым,йәһәт бул,
Ҡунаҡтан тороп ҡалма.
Сәйгә тәмле ризыҡ тиеп
Әсәй бешерҙе сәк – сәк.
Баллап,тәмләп ебәргәс,
Килеп сыҡты шәп – шәп!









bottom of page