top of page



Персональный сайт учителя башкирского языка МАДОУ детский сад "Уралочка"
Булгаировой Гаухар Минниахатовны
Башҡорт теле уҡытыусыһы
Болғаирова Гәүһәр Миннәхәт ҡыҙының шәхси сайты
Главная: Приветствие

Хөрмәтле коллегалар!
Һеҙҙе сайтымда күреүемә бик шатмын!
Мин бында эш тәжрибәмде уртаҡлашырға, ата - әсәләргә мәғлүмәттәр, телебеҙҙе өйрәнеүгә кәңәштәр, материалдар менән ярҙам
итергә теләйем.
Рәхим итегеҙ!
Был тормошта үҙ тәғәйенлешеңде тойоп, шул йүнәлештә үҫешеп, тирә - йүндәгеләргә ҡыуаныс өләшеп йәшәү оло бәхет.Тәрбиәсе һөнәрен бушҡа һайламағанмындыр....
Тәрбиәсе - ябай ғына һүҙ ул,
Ә хеҙмәте уның изгенән,
Балаларға нур өләшер өсөн,
Мин ул нурҙы алам илемдән!
Тәрбиәсе минең булмышым,
Кескәйҙәрем минең шатлығым,
Ошо һөнәремә тоғро ҡалып,
Мин эшемә барам атлығып!
Тәрбиәсе әсәй урынына,
Уҡытыусы ,тоғро кәңәшсе,
Серҙәш тә ул балаларға,
Кәрәк икән йырсы,бейеүсе.
Сабыйҙарҙың күңеленә һалам,
Яратырға телен,илкәйен,
Хөрмәтләргә дуҫлыҡ - туғанлыҡты,
Ҡәҙерләргә ғәзиз еркәйен.
Сабый күңеле таҙа аҡ ҡағыҙ,
Ә мин шунда сәсәм матурлыҡ,
Улар күңеленең сафлығынан,
Ҡышын гөлдәр сәскә атырлыҡ!
Ғөрөф - ғәҙәттәрҙе ,йолаларҙы,
Өйрәтеп мин итәм тантана,
Балалар бит беҙҙең киләсәк!
Башҡортостан шунан башлана!
Башҡорт иле беҙҙән башлана!

















"Баласаҡ иле" педагогик идеялар оҫтаханаһында

"Мәғариф - ул беҙ" асыҡ сараһы

"Аҡбуҙат" журналы балалар баҡсаһында ҡунаҡта

"Баласаҡ иле" педагогик идеялар оҫтаханаһында
1/9




Количество посещений
Количество скачиваний
Полезные ссылки
Все материалы, используемые на сайте, размещены с согласия участников образовательных отношений




Яңылыҡтар таҫмаһы


bottom of page