top of page



Персональный сайт учителя башкирского языка МАДОУ детский сад "Уралочка"
Булгаировой Гаухар Минниахатовны
Башҡорт теле уҡытыусыһы
Болғаирова Гәүһәр Миннәхәт ҡыҙының шәхси сайты








Баҡсала
Баҡсала бик күңелле,
Көндә иртән киләбеҙ (атлау).
Бергәләшеп уйнайбыҙ,
Йүгерешеп туймайбыҙ (урында йүгереү)
Йыр дәресендә йырлайбыҙ,
Кәрәк булһа бейейбеҙ. (бейеү хәрәкәттәре).
Мәсъәләләр уйлайбыҙ,
Гимнастика эшләйбеҙ.
Ана шулай,бына шулай, (сүгәләп,тороу)
Бик күңелле йәшәйбеҙ. (сәпәкәй итеү)

Еңеү байрамы
Шарҙар тотоп ҡулдарға,
(ҡулдарҙы өҫкә күтәреү)
Беҙ байрамда үтәбеҙ. (атлау).
Ветерандарҙы тәбрик итеп,(ҡулдарҙы алға һоноу)
Рәхмәтебеҙҙе әйтәбеҙ. (баш эйеү).
Беҙ уларҙы хөрмәтләп,
Йырлайбыҙ һәм бейейбеҙ.
(бейеү хәрәкәттәре).
Ер шарында тыныслыҡ
(ҡулдар менән түңәрәк ер шарын күрһәтеү)
Булһын гел тип теләйбеҙ....(ҡулдарҙы алға һоноу)








bottom of page